Һуңғы  йылдарҙа кешеләрҙә  үҙ халҡының, тыуған иленең үткәненә, шәжәрәһенә ҡыҙыҡһыныу артты. Хәҙер инде изге бер йолаға әйләнгән «Һаумыһығыҙ ауылдаштар», «Шәжәрә» байрамдары, төрлө тарихи ваҡиғаларға, шәхестәргә арналған саралар, кисә - конкурстар быға асыҡ миҫал булып тора. Ҡала - ауылдарҙың, тормоштары фәһемле булған шәхестәрҙең тарихы бөтә кешегә лә кәрәкле. 30-сы йылдар башында уҡ яҙыусы Максим Горький журналистар, яҙыусылар, әҙәбиәтселәр, тыуған яҡты  өйрәнеүселәр алдына ҡала-ауылдарҙың, фабрика һәм заводтарҙың, колхоз - совхоздарҙың тарихын өйрәнеп фәнни-популяр китаптар яҙыу мәсьәләһен күтәргән.

Бөрйән ере элек-электән үҙенең тәбиғәте менән дан тотҡан. Бында текә ҡаялар ҡуйы урмандар менән алмашына, ә уларҙы үҙ сиратында хәтфә болон-туғайҙар алмаштыра. Бында легендар Шүлгән мәмерйәһе, данлыҡлы Йылҡысыҡҡан күле, мәғрур Баҙал, Мәсем, Ҡырҡты тауҙары бар. Шулай уҡ Бөрйән ере талантлы, сағыу шәхестәре менән бер рәттән ябай, кешелекле, егәрле кешеләре менән дә данлыҡлы.

Мин бөгөн шундай кешеләрҙең береһе-олатайым Баймырҙин Ғәлимырҙа Әҙелмырҙа улы тураһында һөйләмәксемен. Ул- ябай ауыл кешеһе, башҡалар һулаған һауаны һулаған,  заманына тура килгән ауырлыҡтарҙың  барыһын да башҡалар менән бер рәттән күтәргән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Был тема менән 6-сы класта уҡығанда ҡыҙыҡһына башлағайным. Эшемдә Инсур Йәһүҙиндың «Атайсал- земля Бурзянская», Марсель Ҡотлоғәлләмовтың «Будьте счастливы, горцы!», «Выше гор - только люди» исемле китаптарын, Дамир ағай Аллабирҙиндың  район гәзите «Таң»дың  52 номерында баҫылған «Батыр егет-ил күрке» тигән мәҡәләһен һәм шәхси архив материалдарын ҡулландым. 

 

Тормош юлы 

   Баймырҙин Ғәлимырҙа Әҙелмырҙа улы 1897 йылда Тимер ауылында тыуа. Бәләкәй саҡтан уҡ тырыш, хеҙмәт яратыусан булып үҫә.   Ауыр йылдарҙа колхоз ойошторолғас та тәүгеләрҙән колхозға ингән. Уға ниндәй эш ҡушһалар ҙа, баш тартмаған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уны бригадир итеп һайлағандар. Был яуаплы вазифаны урынына еткереп башҡара, яҡшы ойоштороусы була. 1941 йылдың аҙағында, Белорет ҡалаһының кирбес цехында эшләп йөрөгәнендә, фронтҡа алыуҙарын һорай. Әммә ҡартыраҡһың тип алмайҙар. Шулай ҙа өмөтөн өҙмәй эшен дауам итә. 4 айҙан һуң фронтҡа китә. Ул 1943 йылдың июлендә маршал Жуков етәкселек иткән фронтҡа барып эләгә, Курск дуғаһында барған аяуһыҙ һуғыштарҙа ҡатнаша. Командир уны разведкаға ебәрә, төркөмгә «тел» алып килергә бойора. Уларҙың төркөмө был заданиены уңышлы үтәй. Ғәлимырҙа Баймырҙин Дан ордены менән наградлана. Фашистарҙан Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша, инженер-сапер батальонында хеҙмәт итә. Күперҙәр һалалар, миналарҙан юлдарҙы таҙарталар.

Ғ. Баймырҙин иптәштәре менән минаға осрай. Иптәштәренең тотонғолары килмәй, ләкин күп уйлап торорға ваҡыт юҡ. Батыр башҡорт егете минаны күтәреп алып китә. Командир уға: «Һин бит ҡот осҡос минаны күтәреп йөрөгәнһең, маладис, орден алырһың»,- тип әйтә. Был юлы Ғ. Баймырҙиндың түшенә Ҡыҙыл Байраҡ ордены ҡаҙайҙар. Фашистик Германияның баш ҡалаһы Берлинды алыуҙа ла ҡатнаша. Ғ. Баймырҙин һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн тағы ла «Батырлыҡ өсөн», «Берлинды алған өсөн», «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк     Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.

Өс тапҡыр яралана. 1945 йылдың авгусында тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Ауылда тормош бик ауыр була. Уны ферма мөдире итеп ҡуялар. Ул үҙе бесән дә ташый, аҙбарҙы ла ремонтлай. Эш аралатып бригада өсөн арба һәм саналар яһай. Ул етәкләгән осорҙа ферма алдынғылар рәтенә сыға. 1957 йылда Ғәлимырҙа олатайым етәкселегендәге төҙөүселәр бригадаһы малдар өсөн һарайҙар, малсылар өсөн йорттар төҙөй.

Уға «РСФСР ауыл хужалығының алдынғы төҙөүсеһе» тигән маҡтаулы исем бирелә. Урындағы совет депутаты, идара ағзаһы, суд заседателе итеп тә күп һайлайҙар уны. Яҡшы эшләгәне өсөн Ғ. Баймырҙин Мәскәүҙә үткәрелгән ауыл хужалығы тауарҙары күргәҙмәһендә ҡатнаша.

Ғаиләһендә лә өлгөлө атай, тоғро тормош юлдашы була ул. Тормош иптәше - Ғәлимә өләсәйменән биш ул, бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ярҙамсыл, изге күңелле Ғәлимырҙа етемдәргә лә ярҙам итә. Оло улдары Миндегәрәй алдынғы колхозсы була. Икенсе улы Әхәт бөтә районға билдәле – алдынғы тракторист, бер нисә тапҡыр район чемпионы исемен яулай. Өсөнсө малайы – Фирҡәт олатайым, йәғни минең атайымдың атаһы, алдынғы комбайнсы, билдәле балта оҫтаһы була. Комбайнсылар араһында район буйынса гел алдынғы урындарҙы ала. Был турала уның бик күп маҡтау ҡағыҙҙары һөйләй. Дүртенсе улы - Хаммат колхоздың алдынғы шоферы була. Кинйә улы Самат ферма мөдире булып эшләгән осорҙа Тимер фермаһы һәр ваҡыт районда беренселәр рәтендә йөрөй. Ғәлимырҙа Баймырҙиндың ҡыҙы Сәлимә оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ғәлимырҙа олатайым Баймырҙин 1969 йылда ҡаты ауырыуҙан вафат була.